Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 13:3 - Изге Яҙма

3 Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Ер өҫтөндәгеләрҙең барыһы ла ғәжәпкә ҡалып уны күҙәтте

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Бөтөн ер, ғәжәпкә ҡалып, уның артынан китте һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Ер өҫтөндәгеләрҙең барыһы ла ғәжәпкә ҡалып уны күҙәтте

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 13:3
15 Referencias Cruzadas  

Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр януарҙы күреп ғәжәпләнәсәк, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә.


Ул батшаларҙың бишәүһе һәләк булды, береһе бар, етенсеһе әле килмәгән. Килгәс тә ул оҙаҡ булмаясаҡ.


Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.


Уларҙың уйҙары бер һәм януарға үҙҙәренең көстәрен һәм хакимлыҡтарын тапшырасаҡтар.


Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.


Шимғон үҙе лә иманға килде һәм, һыуға сумдырылғандан һуң, Филиппустан бер тотам да ҡалманы. Ул ҡылған хикмәттәрҙе һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләрҙе күреп, хайран ҡалды.


Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, ҡулыбыҙҙан бер нәмә лә килмәй. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.


Булған һәм хәҙер булмаған януар – ул һигеҙенсе батша. Ул шулай уҡ ете батшаның берәүһе, һәм ул һәләкәткә бара.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios