Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Петр 2:1 - Изге Яҙма

1 Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.

Ver Capítulo Copiar




2 Петр 2:1
73 Referencias Cruzadas  

Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Арағыҙға аҫтыртын ғына ҡайһы бер аллаһыҙ әҙәмдәр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән әйтелгән.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне.


Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк.


Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Ә инде кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Мин дә күктәге Атам алдында унан ваз кисермен.


Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылған битһеҙ әҙәмдәр барлыҡҡа киләсәк», – тине.


Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Был кешеләр һеҙгә ҙур иғтибар бүлә, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы теләйҙәр.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ғайса былай тине: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!


Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Пәйғәмбәр – Минең Алламдың Эфраимға ҡуйған һаҡсыһы; Әммә пәйғәмбәр ҡайҙа ғына барһа ла, Уның юлдарында – тоҙаҡ, Аллаһының йортонда дошманлыҡ көтә.


Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа?


Баш тигәне – аҡһаҡал менән ил ағалары, Ҡойроғо – ялғанға өйрәткән пәйғәмбәрҙәр.


Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең.


Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, унан Алла фәрештәләре алдында ваз кисерҙәр.


Раббыға яуабығыҙ шулаймы, Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ? Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул? Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме?


Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.


Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.


Берәйһе үҙенең туғандары, бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios