Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Петр 1:6 - Изге Яҙма

6 белемгә – тотанаҡлылыҡ, тотанаҡлылыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 белемгә – тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 белемгә – тотанаҡлылыҡ, тотанаҡлылыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу,

Ver Capítulo Copiar




2 Петр 1:6
40 Referencias Cruzadas  

Үҙенең даны һәм игелеге менән беҙҙе Үҙенә саҡырған Алланы танып белеүебеҙ аша Ғайсаның илаһи ҡөҙрәте беҙгә йәшәү һәм Аллаға ихлас табыныу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бүләк итте.


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла ныҡлап әҙерләнә. Улар быны һулып ҡала торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж бер ҡасан да һулымай.


оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;


баҫалҡылыҡ, тотанаҡлылыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй.


Бында Алла бойороғон үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең сыҙам булыуы кәрәк.


Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың.


ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Түҙемле һәм сабыр булыуығыҙҙы теләп, Уның шөһрәтенең ҡөҙрәте һеҙҙе нығытһын.


Киреһенсә, бөтөн нәмәлә үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,


Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.


Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм, Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм.


Изге Яҙмалағы бөтә нәмә, беҙ унан ала торған сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын тип, нәсихәт биреү өсөн яҙылған.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем.


Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡала икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк дөрләп яныр һәм күк есемдәре ҡыҙыуҙан иреп бөтөр.


Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, – ысынлап та, оло табыш ул.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем.


Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.


Шунлыҡтан, әле кисергән бөтә эҙәрлекләүҙәр һәм бөтә ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм иманығыҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios