Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Петр 4:8 - Изге Яҙма

8 Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар.

Ver Capítulo Copiar




1 Петр 4:8
17 Referencias Cruzadas  

Нәфрәт талаш ҡуптарыр, әммә мөхәббәт бөтә гонаһтарҙы ҡаплар.


Был сифаттарҙың бөтәһенә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк.


Кенә тотмаған – дуҫлыҡты һаҡлаған, үпкәһен онотмаған – дуҫын юғалтҡан.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарҙы ҡаплар.


Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған һуҡма тәрилкәләр сыңы.


Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.


Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу – ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ.


Ахмаҡтың асыуы йөҙөнә сығыр, аҡыллы хурлауҙы ишетмәмешкә һалышыр.


Ҡәҙерле дуҫым, йәнең менән сәләмәт булған кеүек, тәнең менән дә иҫән-һау һәм һәр яҡлап уңышлы булыуың өсөн доға ҡылам.


Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «эйе» тигәнегеҙ «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын.


Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios