Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Петр 2:23 - Изге Яҙма

23 Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.

Ver Capítulo Copiar




1 Петр 2:23
32 Referencias Cruzadas  

Уны иҙҙеләр, Ул ғазап сикте, әммә ауыҙын асманы. Салырға килтерелгән бәрәс шикелле, Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған һарыҡ кеүек Ауыҙын асманы.


Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Бар итеүсегә ышанып тапшырһындар.


Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.


Сөнки ғәйептәрем баштан ашты, Күтәрмәҫлек йөк булып иңемә ятты.


Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир.


ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.


Шунан Һиңә гонаһымды астым, Ғәйебемде йәшермәнем. «Яҙыҡ эштәрем хаҡында Раббыға һөйләйем», – тинем. Һәм һин гонаһымды ғәфү иттең. Села


Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде.


Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.


Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан


Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы.


Минең ҡалҡаным – Алланан, Саф йөрәклеләрҙе ҡотҡарыусынан!


Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Таш бәргән ваҡыттарында Стефанус доға ҡылды: – Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит!


Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios