Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Петр 1:11 - Изге Яҙма

11 Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан.

Ver Capítulo Copiar




1 Петр 1:11
29 Referencias Cruzadas  

Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр.


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе.


Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Мусия төбәгенә еткәс, улар Биҫунияға барырға уйлағайны, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios