Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 2:3 - Изге Яҙма

3 Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 2:3
22 Referencias Cruzadas  

Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтә көсһөҙбөҙ, әммә Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның менән һеҙҙең өсөн йәшәйәсәкбеҙ.


Шуға күрә беҙ – көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.


Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.


Мин, арағыҙҙа «йыуаш», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Паулус, Мәсихсә баҫалҡылыҡ һәм эскерһеҙлек менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.


Киреһенсә, бөтөн нәмәлә үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,


Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра.


Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.


Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан – ыҙғыш-талаш, эстән шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ.


Илселәр, Амфиполис һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Тессалонике ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине.


Бынан һуң Паулус, Афинанан китеп, Коринҫос ҡалаһына килде.


Ул көн Мысыр халҡы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ҡурҡаҡ буласаҡ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының үҙҙәренә ҡаршы күтәргән ҡулынан ҡурҡып, ҡалтырап торасаҡтар.


Уны нисек ихтирам һәм тулҡынланыу менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да тыңлаусан булыуығыҙҙы хәтерләп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.


Ҡолдар, Мәсихкә буйһонған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән буйһоноғоҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios