Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 11:3 - Изге Яҙма

3 Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Әммә мин һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 11:3
23 Referencias Cruzadas  

Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».


Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ.


Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы.


Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.


Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр улар араһында Алла һүҙен ҡабул итергә теләмәүселәр булһа, һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күрһәләр, уларҙы иманға килергә һүҙһеҙ ҙә инандырып булыр ине.


Ул Мәсихтән, тәндең башынан, айырылған. Ә баш бөтә тәнде тотоп тора һәм тән, быуындар, һеңерҙәр аша үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алланың ниәтенә ярашлы үҫә.


Бөтә етәкселәрҙең һәм хакимдарҙың башы булған Мәсихтә һеҙ ҙә тулы тормошҡа эйә булдығыҙ.


Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.


«Бына Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр, Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios