Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 1:1 - Изге Яҙма

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Павелдан һәм имандашыбыҙ Софсендан

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 1:1
28 Referencias Cruzadas  

Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан Эфес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан


Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосҫенесте тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.


Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсихтәге тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Паулустан


Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.


Ҡотҡарыусыбыҙ Алла һәм өмөтөбөҙ Ғайса Мәсихтең әмере буйынса Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Минең илселек билдәм илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде бит инде.


Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.


Дөрөҫөн әйткәндә, мин – илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен.


Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.


Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


һәм, эргәгеҙгә барып сығырға Алла ихтыяр итһә ине тип, доғаларымда гел һорайым.


Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios