2 – Раббы ата-бабаларығыҙға бик ныҡ асыуланды.
Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята».
Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким.
Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.
Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың,
Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне.
Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –
Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.
Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.
Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Мине асыуландырғас, башығыҙға бәлә-ҡаза ебәрергә ниәтләнем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – һәм уйымдан кире ҡайтманым.