Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 3:2 - Изге Яҙма

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 3:2
13 Referencias Cruzadas  

Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.


Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.


Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!


Юныс юлға сыҡты, Раббы ҡушҡанса, Ниневегә юлланды. Ниневе Алланың шундай ҙур ҡалаһы ине: уны урап сығыр өсөн өс көн кәрәк булыр ине.


– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Юнысҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды:


Муса Һарунға үҙен ебәргән Раббының һүҙҙәрен еткерҙе, ниндәй хикмәттәр ҡылырға ҡушҡанын һөйләп бирҙе.


Йәһүдтәр үҙҙәре һәм тоҡомдары өсөн ураҙа тотоу һәм ҡайғы көндәрен билдәләп ҡуйған һымаҡ, йәһүд Мордехай менән Эстер батшабикә уларға яҙғанса, Пурим көндәре лә тәғәйен ваҡытта үткәрелергә тейеш ине.


Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios