Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 1:16 - Изге Яҙма

16 Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 1:16
19 Referencias Cruzadas  

Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.


Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.


Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишеткәндәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.


Ул гәрсис орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ.


Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки, Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Төнөн йәнем Һиңә сарсай, Рухым бар булмышым менән Һине эҙләй. Сөнки ерҙә хөкөмөң бар саҡта Донъяла йәшәүселәр ғәҙеллекте белер.


Вәғәҙә биреп тә үтәмәгәнсе, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ.


Ахырҙа Нағаман: – Бүләгемдән баш тартаһың икән, исмаһам, мин ҡолоңа ике ҡасырҙың көсө етерҙәй тупраҡ алып ҡайтырға рөхсәт бир, – тип үтенде. – Сөнки мин ҡолоң инде Раббынан башҡа илаһтарға тотош яндырыу ҡорбандары ла, бүтән ҡорбандар ҙа килтермәйәсәк.


Раббы фәрештәһе Маноахҡа: – Һин мине көттөрһәң дә, ризығыңды ашамайым. Раббыға бағышлап тотош яндырыу ҡорбаны килтермәк булһаң, рәхим ит, – тине. Маноах уның Раббы фәрештәһе икәнен белмәй ине.


Яҡуп шундай нәҙер әйтте: – Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә,


Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.


Шуға ла кешеләр Унан ҡурҡып тора, Ул үҙен аҡыллы һанағандарға боролоп та ҡарамаҫ».


Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios