Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 5:20 - Изге Яҙма

20 ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарҙы ҡаплар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарын кисерер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарҙы ҡаплар.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 5:20
18 Referencias Cruzadas  

Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар.


Нәфрәт талаш ҡуптарыр, әммә мөхәббәт бөтә гонаһтарҙы ҡаплар.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?


Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.


Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа,


Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр.


Ҡыуанышып йырлағыҙ Раббыға, тәҡүә йәндәр! Уны данлау бик килешә саф күңеллеләргә.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Нахаҡ юл менән табылған байлыҡтан файҙа булмаҫ, ә хаҡлыҡ үлемдән ҡотҡарыр.


Мин, Паулус, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар, Алланың һәм Мәсихтең ҡаһиндары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Кенә тотмаған – дуҫлыҡты һаҡлаған, үпкәһен онотмаған – дуҫын юғалтҡан.


Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе.


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә.


Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны ярлыҡар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios