Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 4:3 - Изге Яҙма

3 Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки үҙегеҙгә генә ләззәт алыу өсөн, насар ниәт менән һорайһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 4:3
25 Referencias Cruzadas  

Беҙҙең шуға тулы ышанысыбыҙ бар: Алланың ихтыяры буйынса нимә генә һораһаҡ та, Ул беҙҙе ишетә.


Унан ни һораһаҡ та, алырбыҙ, сөнки Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ, Уға хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Һеҙҙе эстән йолҡҡослаған нәфсенән түгелме?


Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ.


Әммә иңрәп ҡысҡырған хәлдә лә, Ундайҙарға Алла яуап ҡайтармай, Сөнки залимдар тәкәббер.


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән.


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы йәки Мин сумдырылған кеүек сумдырыла алырһығыҙмы?


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Һин, Йермеяһ, был халыҡ өсөн һорама, ялбарма, улар өсөн доға ҡылма. Бәләгә ҡалғас Мине саҡырғандарында, уларҙы тыңламаясаҡмын.


Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.


Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Ә мал-мөлкәтеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» – тигән.


Алла уға былай тине: – Үҙеңә оҙон ғүмер түгел, байлыҡ түгел, дошмандарыңдың үлемен түгел, ә ғәҙел идара итер өсөн аҡыл һораның.


Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios