Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яҡуб 2:25 - Изге Яҙма

25 Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

25 Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?

Ver Capítulo Copiar




Яҡуб 2:25
15 Referencias Cruzadas  

Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай.


Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны.


Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –


Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ.


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың,


Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәренә булышлыҡ иткән һәм иманы нәҡ шул ғәмәлдәре аша камиллашҡан.


Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.


Ысынында иһә ул шымсыларҙы өй башына мендереп, етен көлтәләре аҫтына баҫырып һалып ҡуйғайны.


– Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.


Ә Ясон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, Ғайса тигән башҡа бер батша бар тип әйтәләр, – тип ҡысҡырҙылар.


Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios