7 Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.
Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.
Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.
Бындай әҙәм, нимә генә эшләһә лә, икеләнә, эштәрендә тотороҡһоҙ.
Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.