Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яхъя 8:3 - Изге Яҙма

3 Шул арала ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килделәр. Ҡатынды уртаға сығарып,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Шул саҡта ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килеп, халыҡ алдына баҫтырып ҡуйҙылар ҙа

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Шул арала ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килделәр. Ҡатынды уртаға сығарып,

Ver Capítulo Copiar




Яхъя 8:3
10 Referencias Cruzadas  

Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы.


Ғайсаға: – Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо.


Быны ишеткәс, башта өлкәндәр, унан башҡалары ла бер-бер артлы сығып китте. Ғайса менән уртала торған ҡатын ғына ҡалды.


Петрус менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан һорау ала башланылар: – Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән башҡарҙығыҙ?


Шәмбе көн утын йыйып йөрөгән был әҙәмде Муса менән Һарун һәм бөтә йәмғиәт алдына тотоп килтерҙеләр.


Мин һиңә зина ҡылған һәм кеше ҡаны ҡойған ҡатындарға биргән язаны бирәм – һине, көнсөллөгөмдән ярһып, үлемгә дусар итәм.


Әммә тәҡүә кешеләр уларҙы хөкөм итәсәк. Зина иткән, ҡан түккән ҡатындарға бирелә торған яза менән хөкөм итәсәктәр уларҙы. Сөнки был ике ҡатын зина ҡылды, уларҙың ҡулдары ҡанлы.


Һируд, халыҡтың бөтә баш ҡаһиндарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.


Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар.


Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ир менән булһа, был зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios