Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яхъя 8:2 - Изге Яҙма

2 Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы.

Ver Capítulo Copiar




Яхъя 8:2
14 Referencias Cruzadas  

Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.


Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе.


Ғайса ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире бирҙе лә урынына ултырҙы. Ғибәҙәтханала һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгәйне.


Ғайса уларҙың береһенә ултырҙы ла, ә ул кәмә Шимғондыҡы ине, ярҙан бер аҙ китергә һораны һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡты аң-белемгә өйрәтә башланы.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла йортона йыйылыр булды.


Шул арала ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килделәр. Ҡатынды уртаға сығарып,


Илселәр, фәрештәне тыңлап, таң менән Алла йортона килде һәм аң-белемгә өйрәтә башланы. Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, Исраил халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios