Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яхъя 7:3 - Изге Яҙма

3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен.

Ver Capítulo Copiar




Яхъя 7:3
17 Referencias Cruzadas  

Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.


Уға хатта ҡустылары ла ышанмай ине.


Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. –


Әммә ҡустылары киткәс, һис кемгә белдермәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.


Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алманы.


Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар.


Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға».


Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.


– Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та, ҡырағай януар ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!


Был хәлдәрҙе ишеткән туғандары, Ул аҡылдан яҙған икән, тип уйлап, Ғайсаны көс менән алып китергә килделәр.


Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.


Ғайсаның күп шәкерттәре быны ишеткәс: – Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятырлыҡ түгел! Быны нисек тыңламаҡ кәрәк? – тинеләр.


Шул ваҡыттан башлап Ғайсаның күп шәкерттәре Уны ташлап китте, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.


Үҙен танытырға теләгән кеше эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.


Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios