Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яхъя 3:3 - Изге Яҙма

3 Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Яхъя 3:3
32 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Алланан тыуған кеше гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.


Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.


Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр.


«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,


«Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.


Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.


Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.


– Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ.


Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:


Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен.


Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеүең хәйерлерәк.


Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.


– Кеше, инде ҡартайып бөткәс, нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодемус. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни?


сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios