Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яхъя 2:2 - Изге Яҙма

2 Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.

Ver Capítulo Copiar




Яхъя 2:2
30 Referencias Cruzadas  

Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Ире иҫән саҡта ҡатын уға бәйле. Ире вафат булһа, ҡатын теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ, урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ.


Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән.


Шарап етмәгәс, Уға әсәһе: – Быларҙың шарабы бөткән, – тине.


Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына китте. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.


Шунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.


Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре, Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды.


Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы.


(ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине).


Шәкерттәр үҙ-ара: – Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.


Шәкерттәрҙең береһе, Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас:


Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.


Кис көнө шәкерттәре күл буйына төштө лә


Ғайсаның күп шәкерттәре быны ишеткәс: – Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятырлыҡ түгел! Быны нисек тыңламаҡ кәрәк? – тинеләр.


Шул ваҡыттан башлап Ғайсаның күп шәкерттәре Уны ташлап китте, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.


Шунда Ғайса ун ике шәкертенән: – Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны.


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


Ғайса Шимғон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте. Сөнки ун икенең береһе булған Йәһүҙә Ғайсаға хыянат итәсәк ине.


ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен.


Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios