Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Яхъя 13:3 - Изге Яҙма

3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,

Ver Capítulo Copiar




Яхъя 13:3
22 Referencias Cruzadas  

Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уның аяҡтары аҫтына һалып, Уға буйһондорҙо», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аңлатмай, әлбиттә.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.


Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.


Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәргәндең янына кире ҡайтасаҡмын.


Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.


Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Ғайса уларға: – Үҙемә Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, шаһитлығым хаҡ, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios