Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 7:15 - Изге Яҙма

15 Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 7:15
21 Referencias Cruzadas  

Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Инде унда яңы тыуған сабыйҙар үлмәҫ, Өлкән йәшкә етмәйенсә, һис кем вафат булмаҫ. Берәйһе йөҙ йәштә донъя ҡуйһа, „Йәшләй китте“ тип әйтерҙәр, Йөҙгә етмәй киткәнде ҡарғалған тип һанарҙар.


Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.


Йәнә мин ҡояш аҫтында шуны күрҙем: хаҡлыҡ тейеш булған урында – хаҡһыҙлыҡ, ғәҙеллек булыр урында – ғәҙелһеҙлек икән.


Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт.


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.


– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios