Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 4:4 - Изге Яҙма

4 Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 4:4
19 Referencias Cruzadas  

Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған.


Ҡояш аҫтында ҡылынған бар төр ғәмәлде күрҙем мин, былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт һәм ел ҡыуыу.


Сөнки берәү аҡылы, белеме, оҫталығы менән эшләп тапҡанын бының өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмаған кешегә ҡалдыра булып сыға. Был да – буш мәшәҡәт, ҙур ғәҙелһеҙлек.


Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине.


Буш һүҙ, буш мәшәҡәт күп – кешегә унан ни файҙа?


Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.


Ул эйәрткән халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, ләкин һуңыраҡ килгән быуындар уны данламаясаҡ. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?


Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?


Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған,


Мин зиһенемде ҡайҙа аҡыл, ә ҡайҙа дыуамаллыҡ һәм ахмаҡлыҡ икәнен белеүгә йүнәлттем. Әммә бының да тик ел ҡыуыу икәнен аңланым.


Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы.


Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios