Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 2:17 - Изге Яҙма

17 Мин тормошто күрә алмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Мин тормошто күрәлмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Мин тормошто күрә алмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 2:17
20 Referencias Cruzadas  

Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән.


Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы.


Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем.


Ниңә мине яуызлыҡ күрергә мәжбүр итәһең, Үҙең залимлыҡҡа битарафһың? Ҡайҙа ғына ҡараһам да – талау, иҙеү, Ыҙғыш, дошманлыҡ сигенән ашҡан,


Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.


Йәнә мин ҡояш аҫтында шуны күрҙем: хаҡлыҡ тейеш булған урында – хаҡһыҙлыҡ, ғәҙеллек булыр урында – ғәҙелһеҙлек икән.


Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?


Ҡояш аҫтында ҡылынған бар төр ғәмәлде күрҙем мин, былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт һәм ел ҡыуыу.


Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!


үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы.


Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


Мин зиһенемде ҡайҙа аҡыл, ә ҡайҙа дыуамаллыҡ һәм ахмаҡлыҡ икәнен белеүгә йүнәлттем. Әммә бының да тик ел ҡыуыу икәнен аңланым.


Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios