Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 12:14 - Изге Яҙма

14 Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя.

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 12:14
17 Referencias Cruzadas  

сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.


Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Шуға күрә ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайса ҡалыр йәшерен нәмә һәм беленмәйсә ҡалыр һис бер сер юҡ.


Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр хөкөм ителеү өсөн тереләсәк.


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Мин үҙемә күңелемдән: «Алла ғәҙел кешене лә, яуызды ла Үҙе хөкөм итә, сөнки һәр нәмәнең һәм һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар», – тинем.


Ҡылыс йөҙөнән ҡурҡығыҙ, Сөнки ярһыу ҡылыс менән язалана; Шул ваҡытта ғәҙел хөкөмдөң барлығын белерһегеҙ!»


Үҙ күҙҙәрең менән ҡарарһың, Залимдарҙың язаһын күрерһең.


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios