Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Вәғәзсе 1:3 - Изге Яҙма

3 Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?

Ver Capítulo Copiar




Вәғәзсе 1:3
23 Referencias Cruzadas  

Эшләүсегә ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?


Ғүмер буйы ҡараңғынан тороп ризыҡланып, көндәрен ҡайғы-хәсрәт, ауырыу һәм асыу эсендә үткәрергә мәжбүр.


Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй?


Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?


Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.


Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт.


Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар, Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде.


Ҡояш аҫтында мин йәнә бер аҡыл күрҙем: ул миңә мөһим тойолдо.


Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай.


Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Аҡыл мираҫ кеүек үк яҡшы, Ул ҡояш йөҙөн күргәндәр өсөн файҙалы.


Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?


Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.


Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк.


Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.


Йәнә мин ҡояш аҫтында тағы бер буш мәшәҡәтте күрҙем.


Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткән һәр кемгә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ.


Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios