Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 2:8 - Изге Яҙма

8 телмәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 дәлилдәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 телмәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 2:8
15 Referencias Cruzadas  

Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейешһегеҙ.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.


– Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ?


Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».


Шуға күрә, дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.


Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялды, ә халыҡ иһә Ул ҡылған бөтә данлы эштәргә шатланды.


Ҡанун белгесенең аҡыллы яуабына Ғайса: – Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине. Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


– Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡа Алла юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең.


Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп: – Бөтә бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.


– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте.


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios