Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 2:3 - Изге Яҙма

3 өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 2:3
13 Referencias Cruzadas  

Алла һүҙенә хурлыҡ килмәһен өсөн, йәштәргә ирҙәрен, балаларын яратырға тигән аҡыл бирһен, тотанаҡлы, саф, йорт-ҡураһы тураһында хәстәрлекле, яҡшы күңелле, үҙ ирҙәренә күндәм булһын.


Шулай уҡ ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, ғәйбәт һөйләп йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға,


Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Әйткәндәй, инде ҡоро һыу ғына эсмә, ашҡаҙаныңды һаҡлау һәм йыш ауырымаҫ өсөн аҙ ғына шарап та эс.


Уларҙың күңеле һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ менән; көнсөллөк, үлтереш, ыҙғыш-талаш, алдау, яман ниәттәр менән тулған. Улар – ғәйбәтселәр,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios