Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 1:9 - Изге Яҙма

9 Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе фаш итә алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы рәүештә ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 1:9
24 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.


Ғайса Мәсихтә булған мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә:


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.


Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.


Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала.


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ.


Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ.


иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫлылыҡтан баш тартып, имандарын һәләк итте.


Ул, Ғайсаның Мәсих икәнлеген Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.


Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс.


Әммә бөтәһе лә пәйғәмбәрлек иткән мәлдә иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше йә иманы булмаған берәйһе килеп инһә, һәр береһенән үҙен фаш итеү һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу һүҙҙәрен ишетер.


Ә һин, инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан да уға тоғро бул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios