Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 1:6 - Изге Яҙма

6 Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 1:6
18 Referencias Cruzadas  

Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш.


Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Ҡаһиндар тол ҡатынға ла, иренән айырылған ҡатынға ла өйләнмәһен. Уларға Исраил тоҡомонан булған ғиффәтле ҡыҙҙы йәки башҡа бер ҡаһиндан тол ҡалған ҡатынды ғына алырға мөмкин.


Фәхишәгә һәм мәсхәрәләнгән ҡатынға, ире ташлаған ҡатынға өйләнмәһен, сөнки ҡаһин – Аллаһы өсөн изге.


Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


Йәһүҙиәлә, Һируд батша заманында, ҡаһиндарҙың Авияһ төркөмөнән Зәкәрьяһ исемле бер ҡаһин йәшәй ине. Уның Әлисабет исемле ҡатыны ла шулай уҡ Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булды.


Ҡанунға тоғро бала – аҡыллы булыр, аҙғындарға ҡушылған атаһын хурлыҡҡа батырыр.


Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.


Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.


Ул тол йәки ире ташлаған ҡатынға, үҙен фәхешлек менән нәжесләгән ҡатынға өйләнмәһен, үҙ халҡынан саф ҡыҙ алһын.


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен.


Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, тәҡүәһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios