Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 1:5 - Изге Яҙма

5 Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Бойороғома ярашлы рәүештә, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтөн ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 1:5
18 Referencias Cruzadas  

Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.


Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы.


Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр.


Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.


Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Паулус улар араһына тороп баҫып: – Дуҫтар! Минең кәңәшемде тотоп, Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине, ул ваҡытта был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаҫ ине.


Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.


Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книдос ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулай ине, шуға Салмоне моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек.


Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.


Минең кеүек кем бар? Әйтеп бирһен, Боронғо халыҡты яратҡанымдан алып Ниҙәр булғаның бәйнә-бәйнә һөйләһен, Киләсәктә нимә булырын алдан белдерһен.


Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.


крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!


Был хеҙмәтте улар ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы мөҡәддәс торлаҡ булған Осрашыу сатыры янында башҡара һәм был Сөләймән Йәрүсәлимдә Раббы йортон төҙөткәнгә ҡәҙәр дауам итә.


Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән.


Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм, яңы иҙмә алып, өйҙө ҡабат һылаһындар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios