Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 1:13 - Изге Яҙма

13-14 Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡаҡҡандарҙың күрһәтмәләренә иғтибар бирмәһендәр өсөн, ҡәтғи тәнҡитлә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13-14 Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә, улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡағыусы күрһәтмәләргә иғтибар бирмәһен өсөн, уларҙы ҡәтғи тәнҡитлә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13-14 Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡаҡҡандарҙың күрһәтмәләренә иғтибар бирмәһендәр өсөн, ҡәтғи тәнҡитлә.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 1:13
12 Referencias Cruzadas  

оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;


Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә.


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә, йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios