Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 1:12 - Изге Яҙма

12 Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Араларынан берәү – үҙҙәренең генә пәйғәмбәре: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 1:12
12 Referencias Cruzadas  

Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Ҡыҙған тимер менән тамғаланған выждандары ҡарайған.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тигән кеүек, «беҙ Уның арҡылы йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ».


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.


Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар – тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.


крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!


Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книдос ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулай ине, шуға Салмоне моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек.


Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.


Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios