Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Титусҡа 1:11 - Изге Яҙма

11 Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.

Ver Capítulo Copiar




Титусҡа 1:11
22 Referencias Cruzadas  

Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән ҡатындарҙы үҙенә ылыҡтыра.


Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.


Тәҡүә Раббыла ҡыуаныс табыр, Уға һыйыныр, Бөтә саф йөрәклеләр тантана итер.


Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,


Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.


Ахая өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам.


Бынан һуң улар Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй.


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм, ялҡаулыҡтан тыш, ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios