Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 9:18 - Изге Яҙма

18 Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта, Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күрелгәне юҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 9:18
14 Referencias Cruzadas  

– Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».


Иртәгә ошо ваҡытта ярандарымды ебәрәм. Улар һарайыңды һәм хеҙмәтселәреңдең өйҙәрен аҡтарыр, һиңә ҡәҙерле булған бөтә нәмәңде алыр.


Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Барыһы ла Алла бәндәһе батшаға әйткәнсә булды: «Иртәгә ошо мәлдә Самария ҡапҡаһы янында ике сеа арпа һәм бер сеа иң һәйбәт он бер шекел көмөшкә һатыласаҡ», – тип әйткәс,


күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Йә кешеләрҙе язалар өсөн, Йәки тупрағын һуғарып, Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә.


Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы?


Һарайыңа, хеҙмәтселәреңдең өйҙәренә, барлыҡ Мысыр кешеләренең йорт-еренә килеп тулыр; быға тиклем ошо ерҙә ғүмер һөргән ата-бабаларыңдың бындай хәлде күргәне булмаған», – тип әйтә. Шунан Муса боролдо ла фирғәүен янынан сығып китте.


Тотош Мысыр ерен саранча баҫты, энә төртөр урын ҡалманы: быға тиклем дә, бынан һуң да шул хәтле саранчаның булғаны булманы һәм булмаҫ та.


Бөтә Мысыр ерендә иңрәү торор. Ундай иңрәүҙең быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан ары ла булмаҫ.


Мин уларҙы ауыр замандар өсөн, Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios