Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 8:20 - Изге Яҙма

20 Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та: «Раббы былай тип әйтә, тигән: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 8:20
11 Referencias Cruzadas  

Иртәгә иртәнсәк, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ. Ҡулыңда теге йыланға әйләнә торған таяғың булһын.


Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртән тор ҙа йәнә фирғәүен алдына барып баҫ та әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит.


Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр.


Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ.


Бына фирғәүен ҡыҙы йылғаға һыу инергә төштө. Хеҙмәтсе ҡыҙҙары яр буйында ҡалды. Фирғәүен ҡыҙы ҡамыш араһында кәрзин күреп ҡалды ла ҡолиәһенә уны алып килергә ҡушты.


Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен».


Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.


– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.


Рөхсәт итмәһәң, үҙеңә лә, хеҙмәтселәреңә лә, халҡыңа ла, йорттарыңа ла күгәүендәр юллайым. Бөтә мысырҙарҙың өйөндә, хатта уларҙың аяҡ аҫтындағы тупраҡта күгәүен мыжғыр.


Уның был яҡшылығы тәҡүәлек билдәһе булып, Быуындан-быуынға мәңге тапшырылыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios