Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 8:19 - Изге Яҙма

19 – Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 – Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 – Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 8:19
18 Referencias Cruzadas  

Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.


Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.


– Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ.


Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.


Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ.


Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?


Тик фирғәүен ул сағында ла һеҙҙе тыңларға теләмәҫ. Шунан һуң Мин, Үҙ ҡөҙрәтем менән мысырҙар өҫтөнә ҡурҡыныс язалар ебәреп, халҡым Исраилды, ғәскәр шикелле саф-саф теҙеп, Мысыр иленән алып сығырмын.


Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны.


Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә алманы.


Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“».


Бары тик Исраил халҡы йәшәгән Гошен ерендә генә боҙ яуманы.


Кеше бер-береһен күрмәҫ, өс көн буйы өйҙәренән сыҡмаҫ булды. Исраилдар йәшәгән ерҙә иһә яп-яҡты ине.


Ә исраилдарға ла, уларҙың мал-тыуарына ла хатта бер эт тә өрмәҫ. Шул сағында Раббының исраилдар менән мысырҙарҙы нисек айырып ҡарағанын күрерһегеҙ», – тип белдерҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios