Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 7:23 - Изге Яҙма

23 Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 7:23
20 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.


«Ҡәүемдәргә ҡарағыҙ ҙа, күрегеҙ! Аптырап шаҡ ҡатырһығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, Һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ.


Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Ҡараным да, үҙемә һабаҡ алдым, күргәндәрҙән шуны аңланым мин:


Ҡолағыңды ас та аҡыллылар һүҙен тыңла, минең белемемә күңел һал.


Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!


Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең?


Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға: – Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр. Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне.


былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ.


Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар ҡолдарын һәм малдарын яланда ҡалдырҙы.


Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды.


Мысыр халҡы йылға буйында ҡоҙоҡ ҡаҙа башланы – йылға һыуы эсерлек түгел ине.


Фирғәүендең Раббы һүҙенән ҡурҡҡан хеҙмәтселәре ҡолдарын да, малдарын да ышыҡҡа йәшерә һалды.


Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр, бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр.


„Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios