2 Алла Мусаға былай тине: – Мин – Раббы.
Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.
Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы.
Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.
Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!
Мин – Раббы, һеҙҙең изге Аллағыҙ, Исраилды Бар ҡылған һеҙҙең Батшағыҙ!»
Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.
– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.
Раббы бойороғона ярашлы, Исраил йәмғиәте, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Син сүле буйлап бара торғас, Рефидимға килеп етте. Бында эсәр һыу юҡ ине.
Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы.
Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».
Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.
Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.
Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт.
Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр.
Раббы Мусаға: – Мин – Раббы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйткәндәремдең бөтәһен дә еткер, – тине.
Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.
Раббы – яугир! Исеме Уның – Раббы!
Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.