Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 39:30 - Изге Яҙма

30 Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 39:30
11 Referencias Cruzadas  

Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм ҡаһиндар иттең, улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр.


Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.


Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.


Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios