Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 37:9 - Изге Яҙма

9 Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 37:9
15 Referencias Cruzadas  

Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр.


Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.


Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар.


Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.


Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.


Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы.


Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булып, ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итә ине.


Бесалил сәрүәр ағасынан өҫтәл эшләне; буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым ине.


Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios