Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 32:33 - Изге Яҙма

33 – Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

33 – Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

33 – Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. –

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 32:33
13 Referencias Cruzadas  

Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк!


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың.


Был көндө ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнгән кешене халҡы араһынан юҡ итермен.


Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.


Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!


Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios