Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 29:9 - Изге Яҙма

9 билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 29:9
22 Referencias Cruzadas  

Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.


Сөнки Аллағыҙ Раббы, ғүмерлеккә уның алдында тороп, Уның исеменән хеҙмәт итһендәр өсөн бөтә ырыуҙарығыҙ араһынан Левиҙе – уның үҙен һәм улдарын һайлап алды.


Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


Ул һине, һинең менән бергә бөтә ағай-энеңде, Леви нәҫелен, Үҙенә яҡынайтты, ә һеҙ тағы ҡаһинлыҡ даулай башланығыҙ.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Бағышланыу көндәрегеҙ тулғанға тиклем, ете көн буйы, Осрашыу сатыры ауыҙынан китмәгеҙ, сөнки бағышланыуығыҙ ете көнгә һуҙылыр.


Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.


Ул Алла тарафынан Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Баш Ҡаһин итеп билдәләнде.


– Бөгөн, – тине Муса, – һеҙҙең һәр берегеҙ улының һәм ағай-энеһенең йәне аша үҙен Раббы өсөн хеҙмәткә бағышланы. Бөгөн һеҙгә фатиха бирелер.


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Раббы Мусаға былай тине:


Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы, уларға ла күлдәк кейҙерҙе, билдәрен билғау менән быуҙы, баштарына бәйҙәрен бәйләне. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios