Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 29:7 - Изге Яҙма

7 Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 29:7
15 Referencias Cruzadas  

Йәмғиәт үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусы ҡулынан араларға һәм уны ул ҡасҡан һыйыныу ҡалаһына ҡайтарырға тейеш, үлтереүсе бында изге май менән мәсехләнгән баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә тейеш.


Башҡа ҡаһиндар араһынан баш ҡаһин итеп бағышланып башына мәсех майы һөртөлгән, изге кейемдәр кейеп йөрөгән кеше ҡайғы билдәһе итеп сәсен туҙҙырмаһын, кейемен йыртҡыламаһын.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Ҡулығыҙҙы мөҡәддәс ергә һоноп, Раббыға ҡылығыҙ шөкөрана!


Ә һеҙ Осрашыу сатыры ауыҙынан ситкә китмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Һеҙ бит Раббының мәсех майы менән майланып, Уға бағышландығыҙ. Улар Муса әйткәнсә эшләне.


Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.


Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.


Һарун һәм уның улдары Раббы хозурына ҡаһин булып хеҙмәт итеү өсөн тәғәйенләнгән көндән башлап, утта яндырылған ҡорбандарҙан уларға бирелгән өлөш ошо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios