Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 29:42 - Изге Яҙма

42 Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

42 Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

42 Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 29:42
10 Referencias Cruzadas  

Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.


Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр.


Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине.


Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.


Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.


Һәр көн иртән, тотош яндырыу ҡорбаны итеп, һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы һәм зәйтүн майы килтерелергә тейеш».


Теге кеше янымда тора ине, шул саҡ ҡорам эсенән үҙемә өндәшкәнде ишеттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios