Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 29:25 - Изге Яҙма

25 Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 29:25
25 Referencias Cruzadas  

Бынан һуң Муса барыһын да уларҙың ҡулынан алып, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны итеп яндырҙы. Был – Раббы өсөн ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.


Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Уны изге урында ашағыҙ, сөнки был – Раббы өсөн бирелгән ут ҡорбандарынан һинең һәм улдарыңдың өлөшө. Миңә шундай бойороҡ бирелде.


Әгәр кем дә булһа берәү Раббыға ут ҡорбаны булараҡ килтерелгән малдың майын ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡаһин уларҙы, Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағында яндырыр. Был – ғәйеп ҡорбаны.


Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.


Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, малдың эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.


Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был, ризыҡ булараҡ, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.


Ҡорбан килтереүсе, Раббыға ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанының арҡа һөйәгенә ҡәҙәр һылып алынған ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.


Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанлығының эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.


Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.


Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Быларҙың бөтәһен дә Һарундың һәм уның улдарының ҡулына һал һәм, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәт.


Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел.


Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios