Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 29:13 - Изге Яҙма

13 Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 29:13
29 Referencias Cruzadas  

Ҡорбан килтереүсе: – Тәүҙә эс майы яндырылһын, шунан теләгәнеңсә алырһың, – тип әйтһә, хеҙмәтсе: – Юҡ, хәҙер үк бир, юғиһә тартып алам, – тип яуап ҡайтара торғайны.


Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң.


Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.


«Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. – Яндырылған һарыҡ тәкәләренән, Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан Ғарыҡ булдым. Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны – Улар түгел Минең теләгәнем.


Әммә һыйыр малының беренсе иркәк быҙауы, һарыҡ-кәзәнең беренсе тәкә бәрәсе өсөн йолом алма: улар изге. Уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирп, эс майын яндыр. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡаһин ҡорбандың ҡанын Осрашыу сатыры алдындағы ҡорбан усағына һирпер, ә майын Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн яндырыр.


Гонаһ ҡорбанының эс майын ҡорбан усағында яндырһын.


Улар үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең майын, ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн алып,


Гонаһ ҡорбанының эс майын, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн ҡорбан усағында яндырҙы. Раббының Мусаға биргән бойороғо буйынса булды.


Тәкәнең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн, артҡы уң ботон алды.


Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы.


Ҡаһин майҙы ҡорбан усағында яндырыр, ә түш ите Һарунға һәм уның улдарына булыр.


Ҡорбан килтереүсе уның бөтә майын – ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын, бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.


Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, бер ваҡытта ла һүнмәһен. Ҡаһин һәр иртә һайын уға утын өҫтәһен һәм тотош яндырыу ҡорбанын утын өҫтөнә һалһын, татыулыҡ ҡорбандарының майын яндырһын.


Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Ҡаһин уны ҡорбан усағына алып килһен, башын өҙөп алып, усаҡта яндырһын; ҡанын иһә усаҡтың яҡ-яғына ағыҙһын.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Һарыҡ тәкәһенең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн ал. Был тәкә ҡаһинлыҡҡа бағышлау ҡорбаны булғанлыҡтан, уның артҡы уң ботон ал.


тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios