Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 28:9 - Изге Яҙма

9 Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 28:9
16 Referencias Cruzadas  

Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.


Ҡара, исемеңде Үҙемдең усыма яҙҙым. Диуарҙарың һәр саҡ күҙ алдымда.


Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!


Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.


Һин миңә алтын, көмөш, баҡыр, тимер менән эш итеү, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл, зәңгәр ептәр, туҡымалар әҙерләү, һырлау-семәрләү оҫтаһын ебәр. Ул Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдә атайым Дауыт һайлаған оҫталарым менән бергә эшләр.


дүртенсе рәттә – һары яҡут, оникс һәм йәшмә ине. Бөтә таштар ҙа биҙәкле алтын тирәсәгә кейҙерелгәйне.


Алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙереп ҡуйылған оникс таштар әҙерләнеләр; был таштарға, мөһөрҙәге шикелле, Исраил улдарының исемдәре сүкеп яҙылғайны.


Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ.


дүртенсе рәттә һары яҡут, оникс һәм йәшмә булыр. Уларҙың бөтәһен дә алтын тирәсәгә урынлаштыр.


Был ерҙең алтыны саф ине. Бында тағы хуш еҫле ыҫмала менән оникс бар.


Эфодтың билғауы, эфод һымаҡ уҡ, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, нәҙек етендән һуғылырға тейеш; эфод менән ул бер бөтөн булһын.


Уларҙың олоһонан башлап, бер ташҡа – алты, икенсе ташҡа алты исем яҙылһын.


эфод менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштар.


тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта.


Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем.


Ул көн Аллалары Раббы Үҙенең халҡын ҡотҡарыр, Һарыҡ көткәндәй уларҙы әйҙәп йөрөр. Уның ерендә таждағы ҡаш һымаҡ балҡырҙар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios