Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 28:43 - Изге Яҙма

43 Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

43 Изге сатырға ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

43 Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 28:43
18 Referencias Cruzadas  

Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Ҡорбан усағы баҫҡыс менән менерлек булмаһын, юғиһә кейем аҫтындағы яланғас урынығыҙ күренер.


Кем дә булһа гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарының береһенә ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, үҙе был хаҡта белмәһә лә, ғәйепле булыр һәм ғәйебенең язаһын күтәрер.


Бынан ары исраилдар Осрашыу сатырына яҡын килмәһен, юғиһә улар гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булыр һәм үлер.


Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.


Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Әгәр ҙә берәйһе ниндәй ҙә булһа эште күрһә йәки шул турала ишетеп белһә, әммә шаһиттарҙы ләғнәтләү ҡурҡынысы аҫтында хөкөмгә саҡырғанға хәбәрҙар булып та шаһитлыҡ итмәһә, ул ошо ғәйебенең язаһын күтәрер.


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


улар аяҡ-ҡулдарын йыуһын, юғиһә харап булырҙар. Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн быуындан-быуынға, мәңгелек ҡағиҙә был.


Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ.


Эске ихатаның ҡапҡаһынан ингән ваҡытта ҡаһиндар етен кейем кейгән булыр. Эске ихатаның ҡапҡаһынан эстә һәм ҡорам эсендә хеҙмәт иткәндә уларҙың өҫтөндә бер ниндәй ҙә йөн кейем булмаҫҡа тейеш.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Ҡаһиндар Исраил халҡының Раббыға килтергән изге ризыҡтарын хурламаһындар.


Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ.


Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм.


Шулай эшләһәгеҙ, гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булмаҫһығыҙ. Иң яҡшы өлөштө бүлеп бирәһегеҙ икән, исраилдарҙың изге ҡорбандары нәжесләнмәҫ һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios